Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
30 Апреля 2022, 09:30

Төркмәндәр изге эшкә тотонған

Ауыл халҡы зыяратты яңынан кәртәләп алмаҡсы.Әле был тәңгәлдә ниндәй эштәр алып барыла икән?

Төркмәндәр изге эшкә тотонғанТөркмәндәр изге эшкә тотонған
Төркмәндәр изге эшкә тотонған

Икенсе Төркмән ауылы халҡы изге һәм мөҡәддәс эшкә тотонған - улар зыяратты яңынан кәртәләп алырға ниәтләй.Ошо маҡсатта ауыл халҡы күмәкләп аҡса йыйған, ситтә йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалмаған, матди ярҙам күрһәткән.Әле кәрәкле Сибай ҡалаһынан төҙөлөш материалдары - тимер сетка, бағана-шпал ташыу дауам итә.Был эштә Данил Килмөхәмәтов, Йосоп Рәсүлев, Арсен Исламғолов, Руслан Утарбаев, Даян Яхин, Марсель Ишморатов, Рөстәм Байбулов, Замир Мөхәмәтшин, Хәкимйән Хөсәйенов, Дамир Ғиззәтуллин, Иршат Исрафилов, Руслан Ҡунаҡбаев, Вилүр Зөлҡәрнәев, Мөнир Исламғолов, Нур Яхин һәм башҡалар ҙур тырышлыҡ күрһәтә.

3 май көнө ауыл халҡы зыяратты кәртәләп алыу өсөн өмәгә сығасаҡ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас