Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
30 Апреля 2022, 08:03

Байрам йәрминкәһе нисек үтте?

Ҡала үҙәгендәге "Континент" сауҙа комплексы янында аҙна һайын ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола

Байрам йәрминкәһе нисек үтте?Байрам йәрминкәһе нисек үтте?
Байрам йәрминкәһе нисек үтте?

Баймаҡта үткән бөгөнгө ауыл хужалығы йәрминкәһендә район һәм ҡала эшҡыуарҙары, шәхси хужалыҡтар, фермерҙар ит, һөт продукцияһы, икмәк, сәскә һәм башҡаһын тәҡдим итте.Һәмәндән Йәҙгәр Күсәрбаев, мәҫәлән, һөт продукцияһы, бройлер ите менән сауҙа итте.Күсәрбаевтарҙы Билал ауыл биләмәһендә уңған ғаилә булараҡ беләләр, улар малсылыҡ, ҡошсолоҡ тармаҡтарын үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә.Һәр йәрминкә һәм баҙарҙа ғаилә сифатлы продукцияһын ҡала халҡына тәҡдим итә.

Баймаҡтан Шәһит Билалов та үҙен булдыҡлы, уңған эшҡыуар итеп танытты.Ул картуф, сәскә үҫтереү һәм һатыу менән шөғөлләнә.Йәрминкәгә ул төрлө сәскә һәм гөл үҫентеләре сығарған ине.

Темәстән фермер Байрас Ҡотлоғәлләмов йылҡы ите менән һатыу итте.

Хаҡтарға килгәндә, улар элекке кимәлдә һаҡланды.Һөт - 100, ҡаймаҡ - 250, бройлер итенең килограмы - 350, ит - 500 һумға тиклем.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас