Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
30 Апреля 2022, 04:15

Бөгөн Ҡәҙер һәм Хәтер көнө

Изге һәм сауаплы эш...

Бөгөн тотош республика буйынса Ҡәҙер һәм Хәтер көнө үтә. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр,  хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар, тол ҡатындар, яҡындарыбыҙҙың ҡәберлектәре тәртипкә килтерелә. 

Район буйынса был эштәр кисә үк башланды. Ҡайһы бер ауылдарҙа ҡар иреү менән зыяраттарҙы тәртипкә килтереп, матур итеп буяп ҡуйҙылар. Йомаш, Юлыҡ ауылдарында яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелгән урындар тәртипкә килтерелде, бар халыҡ дәррәү ҡатнашты. 

Әлеге ваҡытта баймаҡтар эш ҡоралдары менән  зыяраттар янына йыйыла башланы. Өмәләр дауам итә. Уларҙа дәррәү ҡатнашайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас