Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Апреля 2022, 09:15

Пенсия нисек таратыла?

2022 йылдың май айы өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр 3 майҙан таратыла башлай. 9 май өсөн аҡса 6, 7 майҙа бирелә...

Пенсия нисек таратыла?Пенсия нисек таратыла?
Пенсия нисек таратыла?

Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе май каникулдарында пенсия таратыу графигын хәбәр итте.

Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, 2022 йылдың май айы өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр 3 майҙан таратыла башлай. 9 май өсөн аҡса 6, 7 майҙа бирелә. Байрам һәм ял көндәре өсөн таратыу датаһы апрель айы квитанцияһында күрһәтелгән.

«Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 2022 йылдың 12 майынан башлап күсерелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә. Ағымдағы йылдың апреле өсөн пенсия һәм башҡа түләүҙәр таратып бөтөлгән.

Бөтә түләүҙәрҙе финанслау өсөн апрелдә 22,1 миллиард һум бүленгән. Йыл башынан Пенсия фонды пенсия һәм социаль тәьминәт өсөн бөтәһе 88,2 миллиард һум аҡса йүнәлткән.

Бөгөнгә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе хаҡлы ялдағы 1,150 миллион кешегә пенсия түләй.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас