+16 °С
Ясно


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының Башгидрометҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, 28 апрелдә республикала урыны менән елдең секундына 18 метрға етеүе, йәшен йәшнәүе, төндә республиканың төньяғында көслө ямғыр яуыуы көтөлә.
28 апрелдә көн аяҙлы-болотло була. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр , урыны менән йәшен, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13, көндөҙ +15, +20, республиканың көньяғында +25 градус.