Морат Хәбибрахман улының бар ғүмере һәм хеҙмәт юлы тыуған төйәге менән бәйле.Урта мәктәпте, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай.Хеҙмәт юлын Ленин исемендәге колхозда комсомол ойошмаһы секретары булып башлай.Төрлө йылдарҙа төрлө яуаплы эштәрҙә эшләй.1990 йылдан алып ғүмеренең аҙағынаса диспетчер, профком рәйесе булып эшләй, намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙана, юғары наградаларға лайыҡ була.
Изге күңелле, ярҙамсыл, тура һүҙле, милли рухлы, ябай халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан шәхес булды, ауыл кешеләре уны хөрмәт итте.Милләт ғәме менән эшләне һәм йәшәне ул.
Морат Хәбибрахман улы тураһында үҙҙәренең хәтирәләре менән Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Фуат Сәйетов, район башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов, Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғәлим Сәлимов, ауыл хужалығы ветерандары Зәйнитдин Тимербулатов һәм Ирмәк Ғәлин, ғаиләһе, туғандары уртаҡлашты.Имам-хатип Ҡәнзәфәр хәҙрәт мәрхүмдең яҡты иҫтәлегенә аят бағышланы.
Кисәлә ҡатнашыусылар М.Ишкинин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир ойошторорға ҡарар итте.
Кисәне музыкаль яҡтан урындағы мәҙәниәт йорто директоры Айбулат Хәлилов һәм "Хазина" ансамбле биҙәне.
Сараны ойоштороуға һәм үткәреүгә ауыл китапханаһы мөдире Зилә Күсәрбаева күп көс һалды.
Морат Ишкинин кеүек шәхестәр онотолмай, улар мәңге халыҡ хәтерендә һаҡлана.