+20 °С
Дождь


Бөгөн Башҡортостан буйынса экологик өмәләр гөрләй. Баймаҡтар ҙа бер өмәнән ситтә ҡалмай. Бөгөн район-ҡала буйынса төҙөкләндереү эштәре үтә, ағастар ултыртыла.
Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә өмәггә дәррәү сығып, тирә-яҡты таҙартып алды. Редакция хеҙмәткәрҙәре башҡа ойошма-предприятиелар, ауыл биләмәләренең эштәрен яҡтыртып ҡына ҡалмай, ә үҙҙәре лә һәр өмәгә башлап сығып, үрнәк күрһәтә. Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәренә тырышлығы һәм уңғанлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Афарин!
Гүзәл Иҫәнгилдина.