+21 °С
Облачно


Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнашыусылар ун биш 2,5 метрлыҡ шыршы ултыртты. Шулай уҡ проспектта Удмуртия Республикаһындағы «Кедр 18» питомнигынан килтерелгән 20 кедр ултырттыҡ. Питомник хеҙмәткәре ағас ултыртыу серҙәре буйынса кәңәштәр бирҙе. Ҡаланы һәм районды йәшелләндереүҙә ҡаланың хеҙмәт коллективтары һәм ауыл советтары ҡатнашты. Ағастарыбыҙ шаулап үҫеп китеүен теләйек!