Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
22 Апреля 2022, 13:30

Түләүҙәр алдан биреләсәк

Пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә алыусыларға аҡса алдараҡ — 3 майҙан 7-һенә тиклем килтереләсәк...

Түләүҙәр алдан биреләсәкТүләүҙәр алдан биреләсәк
Түләүҙәр алдан биреләсәк

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын, шулай уҡ Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле майҙың тәүге ике эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Шуға күрә пенсияны һәм социаль түләүҙе Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә алыусыларға аҡса алдараҡ — 3 майҙан 7-һенә тиклем килтерелә, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт министрлығынан.

Байрам көндәрендә аҡсаның ҡайһы көндәрҙә түләнгәнен йәшәгән урын буйынса почта бүлексәһендә белергә мөмкин.

«11 майҙан социаль түләүҙәр ғәҙәти графикка ярашлы таратыла», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас