+29 °С
Облачно


Башҡортостанда 22 апрелдә Өфө — Ырымбур автомобиль юлының 39-сы саҡрымында иртәнге сәғәт 10-дан республика ЮХХДИ-ның айырым батальоны һәм Дәүләт автоинспекцияһының урындағы бүлеге көсө менән водителдәрҙе тикшереү ойошторолдо. Эскән водителдәрҙе һәм башҡа административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға айырыуса иғтибар бүленә.
«Башҡортостанда йәшәүселәрҙең күбеһе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең тикшереүен аңлап ҡабул итә. Был автомобиль юлдарында тәртипте һаҡлау һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк», — тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.