Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Апреля 2022, 11:40

Темәстә урынлашҡан ҡомартҡы

Темәстә егермегә яҡын тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы һаҡланып ҡалған...

Темәстә урынлашҡан ҡомартҡыТемәстә урынлашҡан ҡомартҡы
Темәстә урынлашҡан ҡомартҡы

Темәс ауылындағы волость идараһы бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булараҡ Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫ объекттарының (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының) берҙәм дәүләт реестрына индерелгән. 18 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы шундай бойороҡ сығарҙы.

Документта хәбәр ителеүенсә, был бинала I Бөтә башҡорт хәрби съезы үткән, уның эшендә тарихи шәхестәр  Әхмәт-Зәки Вәлиди, Шәһит Хоҙайбирҙин, Шәйехзада Бабич һәм башҡа эшмәкәрҙәр ҡатнашҡан. Съезда башҡорт хөкүмәте вәкәләттәрен алған комитет ойошторолған. 1896-1897 йылдарҙа төҙөлгән ике ҡатлы бинала хәҙер урындағы тарихи һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. Документта һаҡлау предметы, сиктәр һәм бина биләмәһен файҙаланыу режимы раҫланған.

1919 йылдың мартынан 1920 йылдың июненә тиклем Темәс ауылы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһы статусына эйә булған. Ауылдың бер өлөшөнөң тарихи ауыл тигән статусы бар. Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һүҙҙәренсә, Темәстә 20-гә яҡын тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы һаҡланып ҡалған.

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Олег Полстовалов билдәләүенсә, дәүләт реестрына индерелгән ҡомартҡылар һаны буйынса Башҡортостан илдә – унынсы, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй. Әлеге ваҡытта республикала 5717 мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан, шуларҙан 1864 ҡомартҡы берҙәм дәүләт реестрында иҫәпкә алынған, 3853-ө – асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас