Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Апреля 2022, 06:10

Ниндәй һауа торошо көтә?

Көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа...

Ниндәй һауа торошо көтә?Ниндәй һауа торошо көтә?
Ниндәй һауа торошо көтә?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 21 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, тиҙлеге  секундына 5-10 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы көндөҙ +7, +12 градус, республиканың көньяғында +17 градусҡа тиклем.

22 апрелдә яуым-төшөм көтөлмәй, Башҡортостандың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен.

Һауа температураһы төндә -3, +2градус. Көндөҙ иһә +9, +14 градус була. 

23 апрелдә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ, Башҡортостандың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен.

Һауа температураһы төндә -3, +2градус. Көндөҙ +9, +14 градуҡаса йылыта. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас