Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Апреля 2022, 18:01

Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн

Илдар Саптаровҡа Рәхмәт хаты тапшырылды

Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөнОҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн

Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаровты районда урындағы үҙидараны үҫтереү йүнәлешендә намыҫлы эшләгән, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән, төрлө саралар үткәреүгә күп көс һалған етәксе булараҡ беләләр.Ошо йылдар эсендә Илдар Шәһәрғәзе улының уңған етәкселегендә Билал ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың социаль инфраструктураһын үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырылды һәм ашырыла.

Илдар Саптаров Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән конкурстарҙы урында ойоштороуға тос өлөш индерә, ҙур еңеүҙәргә ирешә.Дөйөм уңышҡа урындағы мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары, ауылдар халҡы тос өлөш индерә.

Намыҫлы хеҙмәте, әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Илдар Шәһәрғәзе улы Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр ассоциацияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас