+4 °С
Болотло


Сибай ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев - урындағы үҙидара органдарын үҫтереүгә тос өлөш индергән, ошо йүнәлештә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән, халыҡтың хаҡлы ихтирамын яулаған етәкселәрҙең береһе.Сибай Сәмиғулла улының оҫта ойоштороуында һуңғы йылдарҙа бында ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла, йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй, дөйөм уңышҡа урындағы мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары ла тос өлөш индерә.Сибай ауыл биләмәһе район ҡоролтайы иғлан иткән конкурстарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Сибай Утарбаев бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.