Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Апреля 2022, 16:43

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Илнур Ишмөхәмәтовҡа Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы тапшырылды

Хеҙмәте лайыҡлы баһаландыХеҙмәте лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов - урындағы үҙидара органдарында һуңғы йылдарҙа иң әүҙем эшләгән етәкселәрҙең береһе.Иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡарыу һәм урында эште яҡшы ойоштороу менән бер рәттән, Илнур Мансур улы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм һәр саҡ еңеүселәр рәтенә сыға."Айыҡ ауыл", "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә" конкурстарында ауыл биләмәһе һуңғы йылдарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Илнур Ишмөхәмәтов БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамотаһына лайыҡ булды.Юғары награданы бөгөн Баймаҡта үткән урындағы үҙидара органдары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта район Советы рәйесе Илдар Бәхтийәров тапшырҙы.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас