Новости
19 Апреля 2022, 11:40

Ура - "продленка" ҡайта!

Дәүләт Думаһы «оҙайтылған көн төркөмө» эшен көйләү тураһында федераль закон проектын ҡарай башланы, тип хәбәр итте Рәсәй парламенты спикеры Вячеслав Володин...

Ура - "продленка" ҡайта!Ура - "продленка" ҡайта!
Ура - "продленка" ҡайта!

Дәүләт Думаһы «оҙайтылған көн төркөмө» эшен көйләү тураһында федераль закон проектын ҡарай башланы, тип хәбәр итте Рәсәй парламенты спикеры Вячеслав Володин үҙенең Telegram- каналында.

Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙең өстән бер өлөшөндә генә оҙайтылған көн төркөмдәре бар, тип билдәләне Володин. Уларҙы асыу һәм ойоштороу тәртибе тураһында ҡарар һаман да белем биреү учреждениелары ҡарамағында ҡала.

«Федераль нормаларҙың мәктәптәрҙә оҙайтылған көн төркөмдәрен булдырыуҙы гарантиялауы мөһим. Был мәсьәләне ата-әсәләр һәм уҡытыусылар менән тикшерергә кәрәк», — тип өҫтәне спикер.

Яңы закон проектына ярашлы, белем биреү ойошмаһы оҙайтылған көн төркөмдәрен асыу тураһында ҡарарҙы ата-әсәләрҙең фекерен иҫәпкә алып ҡабул итергә тейеш. Бынан тыш, бындай төркөмдәрҙә балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү менән бер рәттән дәрескә әҙерләнеү, түңәрәктәр, секциялар, мәҙәни һәм башҡа саралар үткәреү зарур.

«Әгәр закон ҡабул ителһә, оҙайтылған көн төркөмдәре белем биреү процесының бер өлөшөнә әүерелә. Ата-әсә түләүен кәметеү өсөн төбәктәрҙең оҙайтылған көн төркөмдәрен өҫтәмә финанслауға хоҡуғы билдәләнә. Был мәсьәлә буйынса башҡараһы эштәр байтаҡ», — тине Вячеслав Володин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас