

Баймаҡта берәҙәк мал электән заман проблемаһы булды һәм булып ҡала.Иртә яҙҙан ҡар яуғанға тиклем һыйыр, кәзә, һарыҡ, хатта йылҡы малының ҡала урамдарын ҡыҙырыуын, йылдар буйы ыҙалап үҫтергән ағастарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы, йәшеллекте юҡ итеүен күреп йөрәк әрней.Бында кем ғәйепле?Малдарын теләһә ҡайҙа сығарып ебәргән хужалармы, әллә көтөүҙе ойоштора алмаған ойошмамы?
Нисек кенә булмаһын, был мәсьәләлә тәртип булырға, ваҡытында көтөү ойошторолорға тейеш.Шул уҡ ваҡытта һәр кем үҙ малы өсөн яуаплылыҡ та тойһон ине.Шул саҡта мал да юғалмаҫ, йәшеллек тә, бесәнлек тә тапалмаҫ.Әйткәндәй, аҙып-туҙып йөрөгән мал ауылдарға ла ҡағыла, хәҙер элекке кеүек көтөүселәр яллап көтөү көтөү һирәк күренеш.Өй беренсә көтәләр хәҙер.Көтөүсе табыуы ҙур бәлә хәҙер.