Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Апреля 2022, 08:49

Йәрминкәлә хаҡтар ни хаҡ?

Был юлы йәрминкә ҡала үҙәгендә урынлашҡан "Континент" сауҙа үҙәге биләмәһендә үтте.

Йәрминкәлә хаҡтар ни хаҡ?Йәрминкәлә хаҡтар ни хаҡ?
Йәрминкәлә хаҡтар ни хаҡ?

Ауыл хужалығы йәрминкәһе хәҙер Баймаҡтың үҙәгендә - "Континент" сауҙа үҙәге биләмәһендә ойошторола башланы.Шуғамылыр,был юлы сауҙа итеүселәр ҙә, йәрминкәгә килеүселәр ҙә аҙыраҡ булды.

Бер урында ит менән сауҙа иттеләр: һыйыр итенең килограмы - 350-550, йылҡы ите 450-550 һум булды.Алыусылар күп булды.

Һөт ризыҡтарына килгәндә, уларға хаҡтар үҙгәрмәне.Бер баш ҡорот - 120, ҡыҙыл эремсек - 120, йомортҡаның тиҫтәһе - 120, 1 кг май - 600, 1,5 литр ҡатыҡ - 100 һум.Бер биҙрә картуф - 350 һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йәрминкә һәр аҙна шәмбе көнө ойошторола, урындар бушлай бирелә.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас