+20 °С
Облачно


Бөгөн Баймаҡҡа эш сәфәре менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаев килде. Ул ,,Ветер перемен,, проекты буйынса башҡарылған эштәрҙе ҡарап сыҡты. Подрядсыларҙың плитәләрҙе ер туңғас һалғаны өсөн килеп тыуған һ.б етешһеҙлектәргә иғтибарҙы йүнәлтте. Министр бар етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты. Артабан ул тейешле етәкселәр менән кәңәшмә үткәрҙе.