Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Апреля 2022, 16:01

Колледжда - Асыҡ ишектәр көнө

Бөгөн Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ҡала һәм район мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусыларын үҙенә йыйып, шәп сара үткәрҙе

Колледжда - Асыҡ ишектәр көнөКолледжда - Асыҡ ишектәр көнө
Колледжда - Асыҡ ишектәр көнө

Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы Берҙәм һөнәри йүнәлеш биреү сиктәрендә Асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе.Ҡала һәм район мәктәптәренең 9-сы сығарылыш класы уҡыусылары саҡырылған сара бай йөкмәткеле булыуы менән айырылып торҙо. Тәүҙә колледж таланттары буласаҡ студенттарҙы концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы.

Сараны асып, колледж директоры Илдус Зәйнуллин уҡыу йорто тураһында мәғлүмәт бирҙе, уның Урал аръяғы төбәге өсөн кәрәкле кадрҙар әҙерләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.Бөгөнгө шарттарҙа махсус һөнәри белем алыу бик тә актуаль булып тора, шул уҡ ваҡытта бында бер юлы бер нисә һөнәр алырға мөмкин.

Район хакимиәте исеменән сығыш яһап, "Баймаҡ" мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәмис Әмиров колледждың беҙҙең райондың агросәнәғәт комплексы өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләүен билдәләне.Әйтергә кәрәк, уҡыу йорто әҙерләп сығарған эшселәр һәм белгестәр оҙаҡ йылдар ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе һәм бөгөн дә уларҙың хеҙмәте ҙур.

Артабан буласаҡ студенттар уҡыу оҫтаханаларында ашнаҡсы-кондитер, йорт хужабикәһе, теген ҡоролмаһы операторы, ағастан художестволы әйберҙәр эшләү оҫтаһы, тракторсы-машинист, автомеханик, иретеп-йәбештереүсе, ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау һөнәрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, үҙҙәренә яңы донъя асты.

Был сарала ҡатнашҡан 140 йәш йөрәк, моғайын, бөгөн үҙҙәренә фәһемле һәм кәрәкле мәғлүмәт алып, мәктәпте тамамлағас, ҡайһылары тап колледжға уҡырға килер, тигән ышаныс бар.Сөнки бында тейешле белем алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.Бөгөнгө сара быны асыҡ иҫбатланы.

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас