Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Апреля 2022, 16:29

Ҡәйүм Уразбаевҡа - лайыҡлы награда

Бөгөн район хакимиәтендә ҡала һәм район активы менән үткән осрашыуҙа РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Сыңғыҙ ауылы старостаһы Ҡәйүм Уразбаевҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы

Ҡәйүм Уразбаевҡа - лайыҡлы наградаҠәйүм Уразбаевҡа - лайыҡлы награда
Ҡәйүм Уразбаевҡа - лайыҡлы награда

Бындай юғары баһаға Ҡәйүм Рәжәп улы оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, Башҡортостандың һәм Баймаҡ районының социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.

Ҡәйүм Уразбаев Ленин исемендәге АХК-ның зоотехния хеҙмәтен уңышлы етәкләү менән бер рәттән, Сыңғыҙ ауылы старостаһы вазифаһын башҡара, тыуған төйәген үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерә.Үҙенең функциональ бурыстарын да, йәмәғәт эштәрен дә берҙәй уңышлы атҡарған, халыҡтың хаҡлы ихтирамын яулаған абруйлы ир-уҙаман ул Ҡәйүм Рәжәп улы.

Уға артабан да яңы ҡаҙаныштар, рух ныҡлығы теләп ҡалабыҙ.Афарин!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас