

Зариф Байғусҡаровтың ҡала һәм райондағы эш сәфәре дауам итә.Ул тәүҙә Темәстә булып, урындағы мәктәп менән танышты."2022 йылда дөйөм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау" тип аталған федераль программаға ярашлы, Темәс мәктәбенә 38 млн һум аҡса бүленәсәк.Депутат реконструкция эштәренә бөгөндән тотоноу кәрәклегенә баҫым яһаны, сөнки объект 1 сентябргә тулыһынса әҙер булырға тейеш.
Зариф Закир улы райондың һәм ҡаланың активы менән кәңәшмә үткәрҙе, унда төрлө актуаль мәсьәләләр күтәрелде. Һуңынан ир-егеттәр менән осрашып, йәнле һөйләшеү ойошторолдо.Унда йәмғиәттә ир-егет, атай абруйын күтәреү, эскелеккә, алама ғәҙәттәргә ҡаршы көрәштә көслө заттың роле, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү, шишмәләрҙе кәртәләү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.З.Байғусҡаров һәр һорауға ентекле яуап бирҙе.