Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
14 Апреля 2022, 07:30

"Ирәндек" - иң шәп музей!

Баймаҡ ерҙәренең, Урал аръяғы райондарының беҙҙең эраға тиклемге тормошо, дүрт мең йылдан ашыу элек ҡулланған һауыттар, көҙгөләр, биҙәүестәр, хатта татуаж эшләү әйберҙәре... Барыһы ла бында - "Ирәндек"тә! 

"Ирәндек" - иң шәп музей!"Ирәндек" - иң шәп музей!
"Ирәндек" - иң шәп музей!

«Ирәндек» - шәп музей!

Баймаҡта “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы, ниһайәт, тулыһынса үҙ көсөнә эшләй башланы. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында уны асыу тантанаһы булды. Музейҙың директоры, археолог Рәмил Насретдинов тыуған яғыбыҙ тураһында бихисап бай мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Тиҙҙән райондар буйлап урынлашҡан ҡурғандар буйлап экскурсиялар ҙа башланасаҡ. Музейға инеү бушлай. Ул иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй. Әгәр ял көндәрендә килергә теләһәгеҙ, алдан иҫкәртергә генә кәрәк буласаҡ. Музей хаҡындағы тулы материалды гәзитебеҙҙең 22 апрелдә сыҡҡан һанында уҡырһығыҙ.

Гүзәл Салихова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас