Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Апреля 2022, 05:25

"Права"ға ҡағыла

Срогы сыҡҡан водитель таныҡлыҡтары автоматик рәүештә өс йылға оҙайтыла...

"Права"ға ҡағыла"Права"ға ҡағыла
"Права"ға ҡағыла

Срогы сыҡҡан водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдәге көсө автоматик рәүештә өс йылға оҙайтыласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе. Ошо хаҡтағы Ҡарарға 9 апрелдә ҡул ҡуйылды.

Был тик 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем срогынан сыҡҡан водитель таныҡлыҡтарына ғына ҡағыласаҡ.

Был санкциялар шарттарында граждандарға һәм бизнесҡа административ көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында эшләнә.

Г. Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас