Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Апреля 2022, 09:37

Йылғаларҙың ныҡ ташыуы күҙәтеләсәк

Был хәл апрелдең өсөнсө декадаһында буласаҡ

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, айҙың өсөнсө декадаһында ташҡындың иң юғары нөктәһе буласаҡ. 

Беҙҙең райондың иң төп һыу "артерияһы" - Һаҡмар йылғаһы ташырмы, ауылдарға хәүеф янамаҫмы?Былтырғы ҡоролоҡ, яуған ҡарҙың тиҙ арала иреп, ергә һеңеп бөтөүенә ҡарағанда, ташҡын көтөлмәй.

"Быйыл Һаҡмарҙа боҙ ҙа китмәне, һыуы ла күтәрелмәне", ти күптәр.Әммә кисә-бөгөн йылғаның һыуы күтәрелеүе күҙәтелә.Бына был яҙма кисә Ҡолсора һәм Түбәнге Иҙрис ауылдары араһынан аҡҡан Һаҡмар йылғаһы аша һалынған күперҙән төшөрөлдө.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас