Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Апреля 2022, 10:00

Бүләктәр алып һөйөнәләр

Бөгөн  Үрге Иҙристән Айһылыу Салихова отҡан ондо ейәне алып, рәхмәттәрен әйтеп китте. Шулай имен-һау, тик ҡыуанып йәшәйек, дуҫтар! 

Бүләктәр алып һөйөнәләрБүләктәр алып һөйөнәләр
Бүләктәр алып һөйөнәләр

Ҡаҙ бәпкәләре кемгә тәтене?
Билдәле булыуынса, редакция коллективы “Һаҡмар”ға яҙыл һәм
бүләк от!” акцияһын бер нисә этапта үткәрергә вәғәҙә биргәйне. Һәм ошо көндәрҙә уның тәүгеһенә йомғаҡ яһалды. 31 мартҡа тиклем гәзи тебеҙгә яҙылғандар араһында Баймаҡтан “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы, Кәрешкәнән “Л.Ф. Әхмәтов” һәм Сыңғыҙҙан “Н.Р. Уразбаев” КФХ-лары, ҡалалағы “Саптар” магазины (Ә.Х. Байегетова), Баймаҡтан шәхси эш ҡыуарҙар Рәшит Йәнтүрин һәм Гөлкәй Ишембәтова, шулай уҡ “Һаҡмар” редакцияһы үҙҙәренең приздарын әҙерләне.

Шулай итеп, Баймаҡтан Г.В. Әминева – ”Йондоҙ” матурлыҡ студияһы ның 500 һумлыҡ сертификаты, Аҡтауҙан Фәрзәнә Арыҫланбаева – “Бөрйән ырыуы” энциклопедияһы, Беренсе Төркмәндән Зифа Илбулова – сәй сервизы, Үрге Иҙристән Айһылыу Салихова – ярты тоҡ он, Баймаҡ тан Н.З. Көмөшҡолов – аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, Ғәҙелбайҙан Рауил Йәм- ғоров һәм Ниғәмәттән Фәтхулла Кәримов – бер тоҡ һоло, Мерәҫтән Ишмөхәмәт Сырлыбаев һәм Йәрмөхәмәттән Мөхәмәт Йосопов – бер тоҡ арпа, Баймаҡтан Ғәйзулла Әблүзин – башҡорт ырыуҙары энци клопедияһы, Ишмырҙанан Зифа Иҙелбаева һәм Әминдән Гөлнур Бай мөхәмәтова – 10 кг он, Түбәнән Зиннәтулла Бүләкәнов – плед, Байыштан Рафаэль Ласынов – “Һаҡмар” гәзитендә бушлай ҡотлау, Ишейҙән Ал- тынбикә Ҡарасурина – ҡаҙ бәпкәләре, Баймаҡтан Г.И. Баҙарғолова – яҫтыҡ, Ҡараталдан Мидәт Байрамғолов контейнерҙар йыйылмаһы отто.

Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен редакциянан килеп алыу ҙарын һорайбыҙ. Әйткәндәй, “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы ның икенсе этабын иғлан итәбеҙ – ул 1 апрелдән 1 майға тиклем дауам итә. Был юлы иһә тағы ла еллерәк приздар уйнатасаҡбыҙ. “Һаҡмар”ға яҙылығыҙ, шәп бүләктәр отоғоҙ, дуҫтар!

Редакция коллективы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас