Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
7 Апреля 2022, 11:35

Ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн

Рәсәй биләмәһендә Google компанияһы һәм уның мәғлүмәт ресурстары рекламаһын таратыу тыйылды...

Ялған мәғлүмәт таратҡан өсөнЯлған мәғлүмәт таратҡан өсөн
Ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй биләмәһендә Google компанияһы һәм уның мәғлүмәт ресурстары рекламаһын таратыуҙы тыйҙы, тип хәбәр итте ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Быға корпорацияның күп тапҡыр Рәсәй ҡануниәтен боҙоуы сәбәпсе.

Google компанияһының YouTub видеохостингы — илдең Украинала барған махсус операцияһы тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан төп майҙансыҡтарҙың береһе.

Бынан тыш, Роскомнадзор белдереүендә әйтелгәнсә, компания һаманғаса экстремистик ойошмалар тураһында 12 меңдән ашыу мәғлүмәттең һылтанмаһын юймаған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас