+24 °С
Облачно


Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шаршамбы, 6 апрелдә, көндөҙ көньяҡтан талғын ел иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы +3, +8 градус була.
Кесаҙна, 7 апрелдә, бер аҙ ҡар, епшек ҡар һәм ямғыр яуа, айырым райондарҙа төндә һәм иртән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы мөмкин. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, +2, көндөҙ +4, +9 градус.
Йома, 8 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә республиканың төньяғында бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көньяҡтан талғын. Температура төндә -4, +1, көндөҙ +6, +11 градус.