Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Апреля 2022, 06:45

Тапап киткәндәр

Кисә төнгө ун бер тулып барғанда ҡаланың Стаханов урамында 1966 йылғы ирҙе тапап киткәндәр. Йәйәүле һәләк булған. Водитель фажиғә урынынан ҡасҡан...

Добавить в предпочтительные источники Google
Тапап киткәндәрТапап киткәндәр
Тапап киткәндәр

Юлдарҙа булған фажиғә һәр саҡ йөрәкте өҙә. Яҡын кешеләрен мәңгелеккә юғалтыу кешеләрҙең йөрәген өҙә, бәғзеләр мәңгелеккә инвалид булып ҡала. Бындай әсе яҙмыш, ҡара ҡайғы бер кемдең дә йортона килмәһен ине тип теләйем.

Кисә төнгө ун бер тулып барғанда ҡаланың Стаханов урамында 1966 йылғы ирҙе тапап киткәндәр. Йәйәүле һәләк булған. Водитель фажиғә урынынан ҡасҡан.

Был сираттағы мәртәбә күп водителдәрҙең тиҙлек режимын күҙәтмәүе тураһында һөйләй. Ҡала буйлап шәп тиҙлектә үтеп барған машиналарҙы ҡарап, ҡотоң осоп ҡалаһың. Ҡайҙа ашығаһығыҙ ул тиклем?! Бәғзеләрҙе урамдарға ҡуйылған видеокамералар ҙа туҡтата алмай. Улар үтә ҙур тиҙлектә йөрөүен дауам итә.

Хөрмәтле водителдәр һәм йәйәүлеләр! Зинһар, юлда иғтибарлы булығыҙ! Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлмәһен!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Фото - интернеттан

Автор:Гузель Салихова