

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтарына һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе Алан Марзаевҡа 1 майға ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы ҡышҡы бысраҡтан таҙартырға ҡушты.
«Бөгөн – 4 апрель. 1 майға ҡала-ауылдарыбыҙ тап-таҙа булырға тейеш. Ҡыш буйына йыйылған бысраҡтан, ҡарҙан арынырға кәрәк. Юл буйҙары ныҡ бысраҡ, йөрөгән саҡта шул күҙгә ташланды. Бурысыбыҙ – ҡышҡы бысраҡтан тиҙерәк ҡотолорға», – тине ул.
Яҙҙың һуң килеүе был бурысты үтәүҙе ҡатмарлаштыра, ләкин ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ҡарҙы ҡарайтыу менән шөғөлләнәләр, тип яуапланы Алан Марзаев.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәргә Волга буйы федераль округындағы авариялар күрһәткесенең түбән булыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.