

Йыл да ошо ваҡытта Түбә ауыл биләмәһе хакимиәте Балыҡсы көнө иғлан итеп, балыҡсылар араһында ярыш ойоштора. Сәмле бит! Кемдер сәғәттәр буйы йылға-күл буйында ултырыуҙы өнәп етмәһә, бәғзеләр тәбиғәттең тауышын тыңлап, балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Тотош ауыл халҡы сыҡты был үҙенсәлекле байрамға. Шаулап-гөрләп сәй эсеү, балыҡсылар тураһында ҡыҙыҡлы көләмәстәр һөйләү (был йәһәттән Хафиз Ишмурзин иң сәсән теллеһе булып сыҡты), балыҡ тотоу... Быларҙың барыһы ла кешеләрҙең кәйефен күтәреп, берләштереп ебәрҙе.
Ә инде иң шәп балыҡсылар булып Әхәт Мәҡсүтов, Фәниә Мәҡсүтова һәм Юлай Үҙәнбаев танылды.
Был көндө балыҡтар түбәләрҙең үҙҙәренә “һунарға” сыҡҡанын белеп ҡасып бөтһә лә, байрам күңелле үтте. Афарин, түбәләр!
Гүзәл Иҫәнгилдина.