Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Апреля 2022, 05:50

Ғаиләләргә - ярҙамға

Түләүҙәр килеме йән башына йәшәү минимумы күләменән артмаған ғаиләләргә тапшырыла...

Ғаиләләргә - ярҙамғаҒаиләләргә - ярҙамға
Ғаиләләргә - ярҙамға

Рәсәй Президентының 8-17 йәшлек балаһы булған ғаиләләргә матди ярҙам тураһында указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Аҡса мохтаждарға түләнергә тейеш.

Был башланғыс тураһында дәүләт башлығы 8 мартта белдерҙе. Ярҙам сараһын 1 апрелдән ғәмәлгә индерелә. Аҡса 2022 йылдың майында түләнә башлай. Указды тормошҡа ашырыу өсөн 500 миллиард һум бүленгән.

Түләүҙәр килеме йән башына йәшәү минимумы күләменән артмаған ғаиләләргә тапшырыла. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре сайтында бирергә, һуңынан Рәсәй Пенсия фонды бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас