Новости
31 Марта 2022, 09:20

Тимәк, айнытҡыстар буласаҡ!

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә йыл һайын 50 меңдән ашыу кеше эсеп вафат була. Күбеһенсә улар — эшкә һәләтле йәштәгеләр...

Тимәк, айнытҡыстар буласаҡ!Тимәк, айнытҡыстар буласаҡ!
Тимәк, айнытҡыстар буласаҡ!

Башҡортостан парламенты депутаттары беренсе уҡыуҙа республикала айнытҡыстар булдырыуға йүнәлтелгән закон проектын ҡабул итте, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проектының асылы республикала айнытҡыстар ойоштороу өсөн норматив-хоҡуҡи база булдырыуға ҡайтып ҡала.

«Ошо маҡсатта дәүләт власы органдарына махсус вәкәләттәр бирелә», — тине ул.

Документҡа ярашлы, айнытҡыстар тигәндә «алкоголь йәки наркотик ҡулланып иҫергән хәлдәге» кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған махсус ойошмалар күҙ уңында тотола.

Фекер алышыу барышында депутаттар араһында айнытҡыстарҙың ойоштороу-хоҡуҡи формалары буйынса бәхәс тыуҙы. Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү һәм был эшмәкәрлекте коммерциялаштырыуға юл ҡуймау өсөн айнытҡыстар дәүләт йәки муниципаль учреждениелар формаһында ғына булдырылырға тейеш, тигән ҡарарға килде депутаттар. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ схемаһы ла маҡсатҡа ярашһыҙ тип табылды.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә йыл һайын 50 меңдән ашыу кеше эсеп вафат була. Күбеһенсә улар — эшкә һәләтле йәштәгеләр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас