

30 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында булды. Унда легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу һәм биләмәне төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла. Теүәл 2 йыл элек Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән дивизия командирына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Республика етәксеһе тәҡдиме менән 2020 йылдың йәйендә майҙанды төҙөкләндереү эштәре башланды. Төҙөүселәр уның биләмәһен киңәйтте, эргәләге Совет урамын төҙөкләндерҙе. 2021 йылдың 1 сентябренән майҙанда төҫлө һәм музыкаль фонтан асылды.
Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле проекты асыҡ конкурста һайлап алынды. Уның еңеүсеһе – скульптор, тамырҙары менән башҡорт Салауат Щербаков.
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен Республика көнөндә, 2022 йылдың 11 октябрендә, асырға тигән бурыс ҡуйҙы.
Башҡортостан Башлығы Совет майҙанын, шулай уҡ эргә-тирәләге биналарҙы ҡараны, төҙөүселәр менән фасадтарҙы ремонтлау һәм архитектура яҡтыртҡысын ҡуйыу пландарын тикшерҙе.
– Идея шундай: бында ҡаланың йәмәғәт һәм мәҙәни үҙәге булырға тейеш. Йәштәребеҙҙе йәлеп итеү урынын булдырырға теләйбеҙ. Майҙан эргәһендә яңы мәҙәни һәм ял итеү учреждениелары асыу уйы бар, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – 9 майҙа майҙанда Башҡортостандың генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған Луганск халыҡ республикаһынан һәм кавалерия дивизияһы яугирҙәре йәшәгән Башҡортостан райондарынан тупраҡ тултырылған капсула һалабыҙ. Ә Республика көнөндә халыҡҡа данлыҡлы геройыбыҙҙың һәйкәлен күрһәтербеҙ. Минең өсөн был төп ваҡиғаларҙың береһе булмаҡсы.
Сығанаҡ - Башинформ агентлығы