Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
30 Марта 2022, 06:20

Ташламаларҙы тергеҙергә уйлайҙар

Рәсәйҙәр өсөн элегерәк ғәмәлдә булған автомобилдәрҙе утилләштереү программаһын һәм илебеҙ автомобилдәрен һатыу алыу өсөн 150 мең һумға тиклем ташламалар системаһын тергеҙеү планлаштырыла...

Ташламаларҙы тергеҙергә уйлайҙарТашламаларҙы тергеҙергә уйлайҙар
Ташламаларҙы тергеҙергә уйлайҙар

Рәсәйҙәр өсөн элегерәк ғәмәлдә булған автомобилдәрҙе утилләштереү программаһын һәм илебеҙ автомобилдәрен һатыу алыу өсөн 150 мең һумға тиклем ташламалар системаһын тергеҙеү планлаштырыла. Был турала "Известия" хәбәр итте. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына был башланғысты «Руслом.ком» ассоциацияһы ебәргән.

Ассоциация директоры Виктор Ковшевный һүҙҙәренсә, 2010-2018 йылдарҙа илдә иҫке автомобилде эшкәртеүгә тапшырыу буйынса дәүләт программаһы эшләй, яңыһын һатып алыу өсөн ташлама бар ине. Был юлы дисконтты 50 меңдән 150 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә.

Украинала махсус операция башланыр алдынан президент Владимир Путин беренсе вице-премьер Андрей Белоусовҡа Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына программаны ҡабаттан башлап ебәреү идеяһын ҡарарға ҡушҡайны.

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында белдереүҙәренсә, ассоциацияның хаты ведомствоға килеп етмәгән әле.

Сығанаҡ - Башинформ агентлығы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас