Новости
30 Марта 2022, 10:50

Артабыҙмы?

Башҡортостан 2021 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡтың артымы йәһәтенән ике рекорд ҡуйҙы, тине республика премьер-министры Андрей Назаров...

Артабыҙмы?Артабыҙмы?
Артабыҙмы?

Башҡортостан 2021 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡтың артымы йәһәтенән ике рекорд ҡуйҙы, тине республика премьер-министры Андрей Назаров алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 42-се ултырышында.

«2014 йылдан беренсе тапҡыр миграция үҫеше 14 879 кеше тәшкил итте, һуңғы 20 йылда тәүгә төбәк-ара миграцияның ыңғай сальдоһы 5 855 кешегә етте. Был республикабыҙҙың йәлеп итеүсәнлеге артыуы тураһында һөйләй», — тип билдәләне Андрей Назаров.

Бынан тыш, Башҡортостанда ил буйынса уртаса кимәл менән сағыштырғанда тыуымдың юғарыраҡ кимәле һаҡлана. Әйтәйек, әгәр республикала күрһәткес 1000 кешегә 9.8 булһа, Волга буйы федераль округында — 9.1, ә тотош Рәсәйҙә — 9.6.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас