Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Марта 2022, 15:56

Илдус Алғушаевтың яҡты иҫтәлегенә

"Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында яугир-интернационалист, тренерҙың яҡты иҫтәлегенә арнап бокс буйынса 6-сы төбәк-ара турнир башланды.

Илдус Алғушаевтың яҡты иҫтәлегенәИлдус Алғушаевтың яҡты иҫтәлегенә
Илдус Алғушаевтың яҡты иҫтәлегенә

Турнирҙы асыу тантанаһында БР бокс федерацияһының вице-президенты Ирек Мөхәмәтйәров, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы рәйесе Иҙел Солтанов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов, Илдус Тайып улының тормош юлдашы Фирүзә Алғушаева, БР-ҙың атҡаҙанған тренеры Алексей Евстигнеев ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы тәүҙә Радик Бакиров етәкселегендәге өлгөлө  "Саптар" хореографик студияһы һәм билдәле ҡурайсы, район ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илнур Аслаев йырлы-моңло тамаша менән сәләмләне.

Турнирҙа Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалаларынан 120-нән ашыу йәш спортсы ҡатнаша.Ярыштар ике көн дауам итә.

Был турнир Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы кубогына йыл һайын үткәрелә.

Спорт сараһы һәм Илдус Алғушаев тураһында төплө мәғлүмәт менән киләһе яҙмаларҙа таныштырырбыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас