Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Марта 2022, 09:42

Йәрминкә үҙ маҡсатына иреште

Төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәрелмәне, әммә картуфҡа артты

Йәрминкә үҙ маҡсатына ирештеЙәрминкә үҙ маҡсатына иреште
Йәрминкә үҙ маҡсатына иреште

Билдәле булыуынса, һәр шәмбе Баймаҡта ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола.Был ҡала халҡы өсөн дә, үҙ продукцияһын һатыуға сығарған ауыл кешеһе өсөн дә бик ҡулай.Баймаҡтар сифатлы, тәмле аҙыҡ-түлек һатып алып ҡыуанһа, фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар өсөн урындар бушлай бирелә.

Был юлы сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа күп булды.Фермерҙар Ришат Әминев - ит, Гүзәл Ясавиева һөт ризыҡтары тәҡдим итте.Фирҙәүес Хәлимов КФХ-һы йылҡы деликатестары, ит, билмән, колбаса менән сауҙа итте.Икенсе Этҡолдан Алсу Буранбаеваның йылҡы итен халыҡ теләп һатып алды. 

Хаҡтар түбәндәгесә булды:ит - 300-500, балыҡ - 90-370, 1,5 литр һөт - 100, 1 литр ҡаймаҡ - 500, 1 кг эремсек - 150, йомортҡаның тиҫтәһе - 100 һум.Тауыҡ итенең килограмына 300 һум һоранылар.

Ә бына картуфҡа хаҡ арта бара.5 литр биҙрәләге картуфты 400 һум менән тәҡдим иттеләр.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас