Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Марта 2022, 14:34

"Салауат Юлаев" көйәрмәндәренең өмөтөн аҡламаны

Яратҡан командабыҙ өсөн миҙгел тамам."Салауат" финалға ла етә алманы.Бында кем ғәйепле?

"Салауат Юлаев" көйәрмәндәренең өмөтөн аҡламаны"Салауат Юлаев" көйәрмәндәренең өмөтөн аҡламаны
"Салауат Юлаев" көйәрмәндәренең өмөтөн аҡламаны

Өфөләге бөгөнгө уйын өмөттәрҙе аҡламаны - "юлаевсылар" "тракторсыларға" йүнле ҡаршылыҡ күрһәтә алманы һәм плей-оффтан төшөп ҡалды.Бында кем ғәйепле һуң?

Иң беренсе сиратта "Салауат Юлаев" хоккей командаһының етәкселеге.Быға ҡәҙәр яҡшы күрһәткескә өлгәшкән Николай Цулыгинды баш тренер вазифаһынан алып, бер кем дә белмәгән Лямсаны тәғәйенләү.Ә бит Цулыгин һуңғы йылдарҙа иң шәп һөҙөмтәгә ирешкән тренер ине.

Икенсенән, Лямсаның легионерҙар звеноһы төҙөп, уйындарҙа өҫтөнлөктө уларға биреүе ине.Ә беҙҙекеләр, айырыуса йәштәр, һәр саҡ "икенсе сортлы" булып һаналды.Легионерҙар өмөттө аҡланымы һуң?Быға тиклем яҡшы уйнаны, әммә быйыл йүнле уйын күрһәтә алманы.Ә плей-офф алдынан улар бөтөнләй ҡасып ҡайтып китте.

Өсөнсөнән, КХЛ, шул иҫәптән "Салауат Юлаев" командаһы шабашниктар лигаһына һәм командаһына әйләнеп бара.Аҡса һуғыусылар күп, ә уйнаусылар юҡ."Салауат" командаһын тулыһынса яңыртырға кәрәк.Иң тәүҙә команда етәкселеген, тренерын эштән ебәрергә.Артабан бөтә уйынсыларҙы ла үҙебеҙҙән йыйырға, йәғни "Салауат Юлаев", "Торос", "Толпар"ҙан.

Беҙгә матур һөйләгән сит ил тренеры, йүнле һөҙөмтә күрһәтмәгән штаб етәкселеге кәрәкмәй - яңы көстәр кәрәк.Шунда ғына һөҙөмтә буласаҡ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас