Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Марта 2022, 11:18

Рәил Лоҡманов - Башҡортостандың халыҡ артисы!

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Рәил Лоҡманов - Башҡортостандың халыҡ артисы!Рәил Лоҡманов - Башҡортостандың халыҡ артисы!
Рәил Лоҡманов - Башҡортостандың халыҡ артисы!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең балет артисы, "Торатау" халыҡ ансамбленең художество етәксеһе Рәил Рәйес улы Лоҡманов "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Рәил Рәйес улы - арҙаҡлы яҡташыбыҙ, ул Темәс ауылында тыуып үҫкән.Рәил Лоҡманов башҡарыуында " Бөрйән егеттәре", "Ҡара тауыҡ", "Шәкерттәр", "Башҡорт казактары", "Йылға буйында", "Юрғалар" һәм башҡа күп бейеүҙәр башҡорт бейеү сәнғәтенең аҫыл өлгөләре булып тора, улар аша сәнғәт оҫтаһы халҡыбыҙҙың булмышын, мәҙәниәтен, талантын, рухиәтен асып бирә, башҡарыу оҫталығы менән хайран ҡалдыра.

Беҙ, яҡташтары, Рәил Лоҡманов менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, ижади ҡаҙаныштар, һаулыҡ, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!Афарин, Рәил Рәйес улы!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас