

«Әле бик ҡатмарлы осор, әммә тап ул — ҡыҙыҡлы һәм перспективалы проекттар башлау өсөн иң ҡулайы. Нисек кенә сәйер булмаһын, халыҡ-ара хеҙмәттәшлектә лә. Төркиә делегацияһының бөгөнгө сәфәре — быға дәлил. Күптәнән Төркиә бизнесының машиналар эшләү блогы менән бәйләнештәрҙе яйға һалырға теләй инек. Беҙҙең үҙ-ара ҡыҙыҡһыныуҙар бар, бөгөн Төркиәнең Машина эшләүселәр союзы президенты Эмре Генджер менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙек», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары өсөн тотона торған материалдар, ҡорамалдар, шулай уҡ ауыл хужалығы һәм юл техникаһы менән тәьмин итеү төп мәсьәләләрҙең береһе ине.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә — Башҡортостанда төрөк производствоһын урынлаштырыу мөмкинлеге.
Шулай уҡ Башҡортостан компаниялары продукцияһын Төркиә баҙарҙарына сығарыу пландары тикшерелде.
Башҡортостан Республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Төркиәнең Машина эшләүселәр союзы президенты Эмре Генджер халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар һәм конструктив тәҡдимдәр менән алмашыу мөмкинлеге өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.
«Ил етәкселеге әлеге еңел булмаған осорҙа Рәсәй партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса ниәттәребеҙҙе хупланы, – тине Эмре Генджер. – Беҙҙең союз Төркиәнең машиналар эшләү тармағы компанияларын берләштерә. Улар донъя баҙарында конкуренцияға һәләтле продукция етештерә. Башҡортостан менән яңы берлектәге проекттар беҙҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра».