Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
25 Марта 2022, 06:00

Статистик мәғлүмәттәр ни һөйләй?

Башҡортостандың Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса, февралдә йыллыҡ инфляция 10,04% тиклем артҡан (ғинуарҙа 9,17% ).    

Добавить в предпочтительные источники Google
Статистик мәғлүмәттәр ни һөйләй?Статистик мәғлүмәттәр ни һөйләй?
Статистик мәғлүмәттәр ни һөйләй?

Башҡортостандың Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса, февралдә йыллыҡ инфляция 10,04% тиклем артҡан (ғинуарҙа 9,17% ). Уҙған айҙа хаҡтар динамикаһына, элекке кеүек үк, ҡайһы бер тауарҙарҙың аҙ булыуы, шул иҫәптән импорт тауарҙарҙы килтереүҙе тотҡарлау, етештереүселәрҙең сығымы артыуы, һумдың баһаһы төшөүе, шулай уҡ оҙайлы файҙаланыу тауарҙарына ихтыяж күтәрелеүе йоғонто яһаған.

Аҙыҡ-түлек инфляцияһы февралдә 12,35% тиклем күтәрелгән (ғинуарҙа иһә 11,6%). Сәнәғәт секторында иһә 10,37% ҡәҙәр (бер ай элек 9,81%).

Хеҙмәттәргә хаҡтарҙың үҫеш темпы февралдә 6,23% тиклем артҡан (ғинуарҙа 5,5% булған).

Волга буйы федераль округында йыллыҡ инфляция — 9,44%, Рәсәйҙә 9,15% тәшкил иткән.

Автор:Гузель Салихова