Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Марта 2022, 13:25

Дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла!

Рәсәй газ өсөн һум менән иҫәпләшеүгә күсә, тип белдерҙе Владимир Путин. Был сара дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла...

Дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла!Дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла!
Дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла!

Рәсәй газ өсөн һум менән иҫәпләшеүгә күсә, тип белдерҙе Владимир Путин. Был сара дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла.

«Илебеҙ тауарҙарын Европа союзына, Ҡушма Штаттарға ебәреп, долларҙа, еврола, башҡа валюталарҙа иҫәпләшеүҙең хәҙер беҙҙең өсөн бер ниндәй ҙә мәғәнәһе юҡ. Шуға күрә тиҙ арала иҫәп-хисапты Рәсәй һумына күсереү буйынса саралар комплексын ғәмәлгә ашырырға ҡарар ителде. Тәүҙә тәбиғи газдан башлайбыҙ, дуҫ булмаған илдәр уның өсөн беҙҙең аҡса менән түләргә тейеш. Йәғни ошондай иҫәп-хисаптарҙа башҡа валюталарҙы ҡулланыуҙан баш тартырға», — тип билдәләне ул.

РИА Новости агентлығы хәбәр итеүенсә, дәүләт башлығы поставкалар килешеүҙәрҙә билдәләнгән күләмгә һәм хаҡҡа ярашлы дауам итәсәген әйтте.

Дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла!
Дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас