Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Марта 2022, 03:46

Өфөлә "Агрокомплекс" күргәҙмәһе үтә

Унда беҙҙең райондан хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов етәкләгән делегация ла ҡатнаша.

Өфөлә "Агрокомплекс" күргәҙмәһе үтәӨфөлә "Агрокомплекс" күргәҙмәһе үтә
Өфөлә "Агрокомплекс" күргәҙмәһе үтә

-32-се халыҡ-ара "Агрокомплекс" күргәҙмәһе ойошҡанлы үтә, - тип билдәләне Азат Булат улы, -унда Рәсәйҙең 32 төбәгенән, Белоруссиянан, Ҡытайҙан техника-агрегаттар етештереүсе предприятие-компаниялар вәкилдәре ҡатнаша.Форумды асыу тантанаһында РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин, БР Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Күргәҙмә сиктәрендә ойошторолған кәңәшмәләрҙә һәм секция ултырыштарында үҙебеҙҙә техника-агрегаттар, уларға запас частар етештереү мәсьәләһе көн үҙәгенә ҡуйылды.Шул уҡ ваҡытта яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыу төп темаларҙың береһе булды.

"Агрокомплекс" күргәҙмәһе бөгөн дә, иртәгә лә дауам итә.Беҙҙең район фермерҙары төрлө секцияларҙың, "түңәрәк өҫтәл"дәрҙең эшендә ҡатнаша.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас