Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
22 Марта 2022, 13:20

Һәйкәл 11 октябрҙә асылырға тейеш

1942 йылдың 22 мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тантаналы рәүештә БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы һәм республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы байрағы тапшырыла...

Һәйкәл 11 октябрҙә асылырға тейешҺәйкәл 11 октябрҙә асылырға тейеш
Һәйкәл 11 октябрҙә асылырға тейеш

Радий Хәбиров 11 октябрҙә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу бурысын ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлде 11 октябрҙә — Республика көнөндә асырға ҡушты.

«Бөгөн Совет майҙанында беҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын тапшырыуға 80 йыл тула. Хәҙер төҙөүселәргә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм Өфө мэрияһына мөрәжәғәт итәм — 11 октябрҙә һәйкәл ҡуйылған майҙанды асырға тейешбеҙ. Быға ҡағылышы булғандарҙың һәммәһе лә ла быны эшләргә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1942 йылдың 22 мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тантаналы рәүештә БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы һәм республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы байрағы тапшырыла. 

Сығанаҡ - Башинформ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас