Новости
22 Марта 2022, 12:55

Төҙөлөш материалдары кәрәк

"Донецк Халыҡ Республикаһына аҙыҡ-түлектән тыш, төҙөлөш материалдары ла кәрәк. Емерек йорттар күп, оҙаҡламай ямғырҙар башланыр. Уларға шифер, профиль, пленка, фанера һәм башҡа ағас эшкәртеү продукттары кәрәк. Шунан ылауҙы оҙатырбыҙ",-тине Радий Хәбиров.

Төҙөлөш материалдары кәрәкТөҙөлөш материалдары кәрәк
Төҙөлөш материалдары кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең иҡтисад бүлегенә Донецк Халыҡ Республикаһына төҙөлөш материалдары менән гуманитар ярҙам күрһәтергә ҡушты. 20 мартта Башҡортостан етәксеһенең Донбасҡа сәфәре барышында Донецк Халыҡ Республикаһы вәкилдәре унан ошо хаҡта һораны.

«Донецк Халыҡ Республикаһына аҙыҡ-түлектән тыш, төҙөлөш материалдары ла кәрәк. Емерек йорттар күп, оҙаҡламай ямғырҙар башланыр. Уларға шифер, профиль, пленка, фанера һәм башҡа ағас эшкәртеү продукттары кәрәк. Шунан ылауҙы оҙатырбыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа.

Республикалар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Өфө менән Донецк туғандаш ҡалаларға әүерелде.

Мәғлүм булыуынса, баймаҡтар ебәргән икенсе ылау төҙөлөш материалдарынан тора ине. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас