Новости
22 Марта 2022, 17:40

ҠОЛСОРАЛА ФАП АСЫЛДЫ

Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫары Айнур Кәримов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Таһир Мәүлитов, ауыл халҡы ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠОЛСОРАЛА ФАП АСЫЛДЫҠОЛСОРАЛА ФАП АСЫЛДЫ
ҠОЛСОРАЛА ФАП АСЫЛДЫ

Ҡолсора ауылы халҡы был тантаналы мәлде оҙаҡ көттө.Авария хәлендәге фельдшер-акушер пунктында тейешле шарттар булманы.Ошоно күҙ уңында тотоп, былтыр йыл аҙағында бында модулле ФАП төҙөлдө.

Әйтергә кәрәк, яңы медицина пунктының асылыуына ауыл халҡы, айырыуса ололар бик шатланды.Ҡолсораларҙың шатлығын район башлығы Фәнис Әминев  уртаҡлашты һәм республикала, район кимәлендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бүленгән иғтибар тураһында һөйләне.

Фәнис Ғәбдрәшит улы хеҙмәттә юғары ҡаҙанышҡа ирешкән медицина хеҙмәткәрҙәренә төрлө наградалар тапшырҙы.Ҡолсора ауылы фельдшеры Гөлсибәр Мөхәмәтшина коронавирус инфекцияһы менән бәйле ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡарғаны өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Автор:Азамат Мухаметшин