Новости
19 Марта 2022, 06:45

Ташламалар бөтөрмө?

Сауҙа селтәрҙәре ташлама акцияларынан баш тартырға уйлай

Ташламалар бөтөрмө?Ташламалар бөтөрмө?
Ташламалар бөтөрмө?

X5 Group ретейлерының («Пятерочка» һәм «Перекресток» сауҙа селтәрҙәре ҡарай) бер нисә партнеры Рәсәйҙәге магазиндар өсөн ташламаларҙан һәм промоакцияларҙан баш тартты, тип хәбәр итте РБК.

Февраль аҙағында транснациональ корпорациялар ҙа, импортҡа бәйле булған илебеҙ етештереүселәре лә промоакцияларҙы ғәмәлдән сығарҙы.

Шул уҡ ваҡытта күп кенә тәьмин итеүселәр ташламаларҙан бөтөнләй баш тартмай, сауҙа селтәрҙәренә ваҡытлыса пауза тураһында белдерә. Промоакциялар буйынса хаҡтарҙы тәьмин итеүсе менән килешеп кенә төшөрөргә мөмкин.

Ташламалар бөтөрмө?
Ташламалар бөтөрмө?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас