+17 °С
Облачно


Шәкәр барыһына ла етә. Татлы ризыҡ тирәләй барлыҡҡа килгән ажиотаж урынһыҙ. Заводтарҙа етәрлек күләмдә шәкәр ҡомо һаҡлана. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов республика халҡын юҡҡа ығы-зығы ҡуптармаҫҡа өндәй. Әле шәкәргә һорау еләк-емеш өлгөргән мәлдәргә ҡарағанда ла ике тапҡырға күберәк. Башҡортостандағы ике заводтан көнөнә генә 350-400 тонна шәкәр ҡомо оҙатыла. Белгестәр, халыҡ аҙыҡты күпләп һатып алыуҙан туҡтау менән артҡан хаҡтар ҙа төшә башлаясаҡ, ти.
Үҙебеҙгә - үҙебеҙ зыян эшләйбеҙ түгелме күпләп һатып алып?
Гүзәл Иҫәнгилдина.