+10 °С
Облачно


Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының Мөкәсәй биҫтәһендәге Паровоз урамында яңы магазин эшләй башланы.Күркәм һәм ыҡсым бинала урынлашҡан магазинда йәнең теләгән һәр нәмәне һатып алырға мөмкин.Үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек, Урал аръяғы райондары фермерҙарының продукцияһы, Баймаҡ районында бешерелгән икмәк, кондитер изделиелары, төрлө көнкүреш әйберҙәре, йорт, хужалыҡ өсөн кәрәк-яраҡтар тәҡдим ителә.Сифатлы һәм хәләл ярымфабрикаттар ҙа һатыла.
Магазинда мөләйем, яғымлы һатыусылар эшләй.Рәхим итегеҙ!